Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2021, 15:57

Радик Юлъяҡшин өйләнгәндән һуң тәүге айҙы ҡайҙа үткәрә?

Уҙған аҙнала никах уҡытҡан йәштәр туй ваҡытын һәм урынын да билдәләгән.

Уҙған ялда билдәле йырсы Радик Юлъяҡшин Инзилә исемле ҡыҙ менән Ҡазан ҡалаһында гөрләтеп никах уҡытты. Унан һуң улар ял итергә юлланды.
Әле бәхетле йәштәр "баллы" айҙарын Занзибарҙа үткәрә икән. 31 йәшлек артист һәм уның 20 йәшлек кәләше Африка халҡының көнкүреше, йолалары менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ ҡояшта ҡыҙынып, диңгеҙ һауаһы һулап, фотоға төшәләр. Был хаҡта Радик социаль селтәрҙә үҙенең сәхифәһендә видеояҙма ла һалған.
Йәштәр туйҙарын 2021 йылдың йәйенә билдәләгән. Ул Өфөлә үтер тип күҙаллана.

Фото социаль селтәрҙән.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: