Хәйбулла хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2021, 11:19
Милли эш кейеме ниндәй булырға тейеш?
/
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең бойороғо менән эшлекле сараларға кейеү өсөн стилләштерелгән башҡорт эш кейеме һүрәтләмәләрен раҫланы. Был ҡағиҙә дәүләт хеҙмәткәрҙәренә, муниципаль чиновниктарға, республиканың дәүләт органдары ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла.
Республикала башҡорт эш кейеме буйынса регламент әҙерләнеүе тураһында Радий Хәбиров былтыр сентябрҙә “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина менән осрашыуҙа белдергәйне.
Башҡортостан Башлығының бойороғонда билдәләнеүенсә, ир-егет өсөн стилләштерелгән башҡорт эш кейеменә ултырма яғалы, ҡыя ҡаушырмалы кәзәкей, лампаслы йәки классик салбар, бер төҫтәге күлдәк, костюмдың төҫөнә тура килгән классик аяҡ кейеме инә. Бынан тыш, ирҙәр кейемен камзул, сағыу булмаған билбау, түбәтәй тулыландырыуы ихтимал. Йөҙөк кейергә мөмкин.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың стилләштерелгән башҡорт эш кейеменә оҙон еңле күлдәк, блузка, сағыу булмаған юбка, пинжәк йәки жилет, камзул, костюмға тура килгән аяҡ кейеме инә. Гүзәл заттар шулай уҡ күҙгә ташланып тормаған биҙәүестәр, селтәр, хәситә, муйынсаҡ таға ала.
Ир-егеттәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да эш кейеме сағыу биҙәкһеҙ, бер төҫлө булырға тейеш. Уны ирекле стилдәге кейем менән бергә кейергә ярамай.
Әйткәндәй, традицион башҡорт кейеменә моданы республика Башлығы Радий Хәбиров индерҙе. Рәсәй көнөнә арналған байрам сараларына ул башҡорт яугирҙәренең традицион камзулына оҡшаш пинжәктә килгәйне. Был кйемеде Өфө модельеры Радий Хәйруллин теккән.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Milli-esh-keyeme-nind-y-bulir-a-teyesh-643445/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла