Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2021, 11:00

Ҡурсаҡтарҙың йәме лә, йәне лә бар...

“Ейәнсәремде лә был күркәм эшкә ылыҡтырам, башҡорт халҡынының милли үҙенсәлектәре менән таныштырам"

Үҙҙәренә күрә нурлы һәм мөләйем, башҡорт милли кейемендәге күркәм ҡурсаҡтарҙы тәүҙә Интернетта, социаль селтәрҙәге яңылыҡтар таҫмаһында күреп ҡалдым. Уларҙы эшләгән Әнисә Саттарова исемле ханым Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәй икән.
Әлбиттә, оҫта ҡуллы милләттәшебеҙ менән бәләкәй генә әңгәмә ҡороу теләге тыуҙы: бөгөн һеҙҙе Әнисә Саттарова менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең күңел көсөн һәм рухи ынтылыштарын күркәм ижад өлгөләренә әүерелдерә – ҡул эштәре менән була, башҡаларҙан айырылып торған сағыу милли кейемдәге ҡурсаҡтар яһай.
"Һәр бер ҡурсағымдың исеме бар. Уларҙың холоҡ-фиғеле лә, тарихы ла, ғәҙәттәре лә төрлө. Мәҫәлән, Илеш бабай менән Емеш әбей ҡурсаҡтарын билдәле әҙип Суфиян Поварисов яҙып алған легендаға таянып эшләнем. Башҡорттарҙың һәм күрше халыҡтарҙың бай рухи ҡомартҡылары – минең өсөн илһам сығанағы. Атайым – Унлар ырыуы башҡорто, әсәйем – Билгеш ауылынан. Мәктәптә рус телендә белем алырға тура килһә лә, бер ваҡытта ла рухи тамырҙарыбыҙҙы онотманыҡ, милли булмышыбыҙ менән ғорурланып йәшәнек. Тап ошо сифаттар минең ҡурсаҡтарымда сағыла ла ", – ти Әнисә ханым.
Ул Асҡын районының Ҡашҡа ауылында, Ғәлим һәм Фәһәмиә Шәйнуровтарҙың ғаиләһендә тыуған. Бер аҙҙан ғаилә Асҡын ауылында төпләнгән. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр һәм етешһеҙ йылдарға тура килһә лә, ул осорҙо йылылылыҡ менән иҫкә ала Әнисә ханым. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнгәнен, бигерәк тә ҡурсаҡтар яһау түңәрәге күңеленә ятҡанын бәйән итә ул. “Папье-машенан ҡурсаҡтар эшләйбеҙ ҙә, уларға сағыу костюмдар тегәбеҙ. Унан спектакль әҙерләйбеҙ. Ошо шөғөлдәр күңелдемде үҫтерә, илһамландыра торғайны”, – тип хәтерләй Әнисә ханым.
Ун ғына йәшендә уның яратҡан атаһы, Ғәлим ағай, Бөйөк Ватан һуғышында алған яраларынан мандый алмай, вафат булған. Фәһәмиә ханым береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән тол ҡалған. Үҙенең һаулығы ла шәптән булмаған әсәгә уларҙы күтәреүе, әлбиттә, еңелдән булмағандыр... Мәгәр, һәммәһен лайыҡлы, рухлы, булдыҡлы кешеләр итеп үҙаллы тормош юлына баҫтырыуға өлгәшкән ул.
Мәктәпте тамамлағас, Әнисә Ғәлим ҡыҙы Ҡаҙағстанға юл тотҡан, унда китапханасы һөнәре буйынса белем алған. Башҡортостанға ҡайтып, Өфөлә артабан белемен камиллаштырған осорҙа буласаҡ тормош иптәшен осратҡан. Күп тә тормай йәштәр Илеш районына ҡайтып төпләнгән.
Шулай итеп, Саттаровтар 1973 йылдан Үрге Йәркәйҙә көн итә. Ике ул үҫтергәндәр, алты ейән-ейәнсәрҙәре бар. “Көйөнөстәре лә һөйөнәстәре лә булған тормошомдан ҡәнәғәтмен, бәхетлемен. 33 йылдан ашыу Үрге Йәркәйҙәге башҡорт аграр-технологик колледжында китапхана мөдире булып эшләнем, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаштым. Хеҙмәтемде баһаланылар – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исемгә лайыҡ булдым. 60 йәшем тулғас, хаҡлы ялға сыҡтым. Әммә үҙемдә башҡаларға файҙа килтерелек, күңел йыуанысы табырлыҡ дәрт-дарман һәм илһам сығанағы барлығын тоя инем. Шуға ла ҡул эштәренә тотондом”, – ти замандашыбыҙ.
Ул ниндәйҙер айырыуса йылылыҡ һәм һағыныу менән бала саҡ хәтирәләрен барлай, Асҡын районының Билгеш ауылында йәшәгән ҡартәсәһе Камила Саяпованы иҫкә ала.
– Балыҡсы ырыуы йәшәгән боронғо башҡорт ауылы халҡы милли ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәни-рухи үҙенсәлектәргә уғата һаҡсыл ҡараш, хөрмәт менән көн итә ине. Башҡорт милли кейеменең матурлығына, телебеҙҙең наҙлы яңғырашына мөхәббәт тә тап ошо осорҙа йөрәгемдә бөрөләнгән. Ундағы халыҡ бик татыу һәм берҙәм ине. Кисен, мәҫәлән, эштәр бөткәс, күмәкләп клубҡа киноға йә кисәгә барһындармы, ул тамамланғас, эскәмйәләрҙе стена буйына теҙеп, уйындар, бейеүҙәр ойошторһондармы... Әллә ҡайҙан уйын ҡоралын күтәреп гармунсы килеп сыға, милли көйҙәребеҙҙе һуҙа, кәйеф күтәрелә, күңелдә аңлатып бөткөһөҙ рәхәтлек тойғоһо хасил була... Ҡайһы саҡта беҙгә, бала-сағаға ла иғтибар күрһәтәләр, хатта бейеү түңәрәге эсенә саҡыралар. Таҡмаҡ бәйгеһе башланһа, клуб эсе көр тауыштарға тула, дәррәү көлөүҙән ауыл яңғырап тора – бына ошондай самими хәитирәләр ҡалған күңел түрендә. Уларҙы бер ваҡытта ла онотҡаным юҡ, һәр саҡ йөрәгем түрендә һаҡлайым, илһам алып йәшәйем, сөнки милли булмышым – минең асылым, – ти Әнисә Ғәлим ҡыҙы.
Килешмәйенсә сара юҡ: ижади фекерләгән кеше пенсия йәшенә етһә лә тик кенә ултырмаясаҡ, күркәм шөғөл табасаҡ. Әнисә Саттарова, милли ҡурсаҡтар эшләү менән бер рәттән, баҡса ла үҫтерә, гербарийҙан картиналар эшләй, буш ваҡытында шиғырҙар ҙа яҙа. Шулай ҙа, төп шөғөлө – ҡурсаҡтар яһау. Уларҙы Әнисә ханым үҙе тегә. Әйтергә кәрәк, был эшкә тотонор алынан, ул етди әҙерлек үткән: интернеттан тегеү техникаһын төшөнгән, Шитова, Камалиева кеүек оҫталарҙың китаптарын уҡыған, унан башҡорт ырыуҙары кейемдәрен өйрәнергә тотонған. Әйтеүенсә, башҡорт халыҡының рәсми теркәлгән биш тиҫтәгә яҡын ырыу-биләмәһенең кейем-һалымдары айырылып тора, һәр ҡайһыһының үҙенсәлектәре бар. Әлбиттә, ошо күп төрлөлөктө ете рәсми ырыуға бүлеү бер аҙ ябайлаштыра, әммә ләкин Әнисә апай был эшкә уғата яуаплы ҡарай һәм милли костюмдағы ҡурсаҡ тарихи нөсхәгә оҡшаш булырға тейеш тип иҫәпләй. Тап ошо инаныуына нигеҙләнеп ижад итә ул. Белгәндәре менән бүлешергә лә өлгәрә: урындағы китаханаларҙа, музейҙа, мәктәптәрҙә оҫталыҡ дәрестәрен уҙғара, төрлө кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоротайында ла булған, ”Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәте һәм заман сәнғәте фестивалендә лә бер нисә тапҡыр ҡатнашып, милли кейемдәге ҡурсаҡтар аша башҡорт мәҙәниәте менән таныштырған.
“Ҡурсаҡтарымды һәр саҡ күңел өсөн эшләйем. Ейәнсәремде лә был күркәм эшкә ылыҡтырам, башҡорт халҡынының милли үҙенсәлектәре менән таныштырам. Ғөмүмән, был мәҙәни мираҫым – тап балаларым-ейәнсәрҙәрем өсөн, сөнки беҙҙең ғаиләлә милли мираҫты һаҡларға һәм быуындан-быуынға тапшырырға күнеккәндәр. Мәҫәлән, миндә ҡартәсәйемдән ҡалған сигеүле таҫтамал өлгөләре бар. Ҡурсаҡтарымды ҡайһы саҡта бүләк итәм, бигерәк тә оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнашҡан балаларға был – ҙур ҡыуаныс. Ҡурсаҡтар – йәшәүем йәме, илһам сығанағы, шул уҡ ваҡытта белемемде камиллаштырыу юлы ла, сөнки башҡорт милли костюмын өйрәнә башлаһаң яңынан-яңы ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәр асыла, халҡымдың көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре анығыраҡ аңлашыла башлай. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа милли кейемгә, биҙәүестәрә иғтибар ҙур, милләтәштәребеҙ рәхәтләнеп, яратып кейә. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың фекере менән тулыһынса килешәм: боронғо кейемде ҡабатлау мөмкин түгел, әммә заманға яраҡлаштырылған милли атрибутика стиле һәр ҡатын-ҡыҙҙа булырға тейеш”, – ти Әнисә Саттарова.
Сағыу ҡурсаҡтары менән кешеләргә шатлыҡ өләшкән, милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға һәм яҡлауға үҙенсәлекле өлөш индергән оҫта ҡуллы Әнисә Ғалим ҡыҙына ижади ҡомарының артабан да ташып тороуын, һау-сәләмәт булыуын теләйбеҙ.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: