Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар 2021, 13:13

"Беҙ ярҙам итмәһәк, үлеүҙәре ихтимал"

/

Башҡортостанда #МыВместе Дөйөм Рәсәй акцияһы партнерҙары ауыр тормош шарттарында ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, “Тере ауыл” кооперативы йөҙ килограмдан ашыу һөт тауарын Өфөләге Крестовоздвиженское сиркәүенә килтергән. Унда ҡырҡ самаһы кеше йәшәй.
Сиркәүҙең өлкән священнигы һәм уның ярҙамсылары өйһөҙ ҡалған кешеләргә документтарын тергеҙергә ярҙам итә, әгәр кәрәк булһа, ҡала поликлиникаларына, дауаханаларына медицина оҙатыуы ла ойоштора.
“Беҙ уларҙы өс тапҡыр ашатабыҙ, кейем, ятып йоҡлау өсөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин итәбеҙ. Изге күңелле кешеләр ярҙам күрһәтмәһә, беҙ был тиклем бурысты атҡара алмаҫ инек. Был эш менән егерме йылдан ашыу шөғөлләнәбеҙ, йәмғиәттең күҙ алдында әхлаҡи яҡтан һауығыуын күҙәтәбеҙ. Тормоштоң “ситендә” ҡалған кешеләргә ярҙам итергә теләгәндәр артҡандан-арта бара, был беҙҙе ныҡ ҡыуандыра”, - тине сиркәүҙең өлкән священнигы Роман Хәбибуллин.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре сираттағы тапҡыр приютҡа “Изгелек арбаһы” акцияһы барышында йыйылған аҙыҡ-түлекте килтергән. Сара символикаһы күрһәтелгән махсус кәрзиндәр Өфө магазиндары һәм супермаркеттарында ҡуйылған, унда теләгән һәр кем оҙайлы ваҡыт һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һәм иң кәрәк әйберҙәр һала ала. Уларҙы аҙаҡ ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә тараталар.
“Приютта өйө булмаған кешеләр йәшәй. Уларҙы бер ҡайҙа ла көтмәйҙәр, барлыҡтары тураһында онотҡандар. Беҙҙең ярҙамһыҙ үлеүҙәре лә ихтимал. Аҙыҡ-түлектән тыш, приютҡа кейем, аяҡ кейеме, яраларҙы бәйләү өсөн материалдар һәм рецептһыҙ бирелә торған дарыуҙар кәрәк. Быларҙың барыһын да үҙаллы сиркәүгә килтерергә була, шулай уҡ халыҡ фронты аша ла ебәрергә мөмкин. Әгәр Крестовоздвиженский сиркәүендәге кешеләргә ярҙам итергә теләһәгеҙ, беҙгә социаль селтәрҙәр аша йәки [email protected] электрон адресына яҙа алаһығыҙ”, - ти Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ағзаһы Рафаэль Хәкимов.
Фото Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты сайтынан.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Be-yar-am-itm--k--le--re-ihtimal-640230/
Читайте нас: