Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2021, 18:37

“Улым үлгәнсе, һин үлһәң...”

– Әсәй, ниңә бөтә ғүмерең буйына туҡмалып йәшәп түҙҙең? Ниңә сығып китмәнең?! – тип асырғанып ҡысҡырҙы балам...

Йәшәгән еребеҙҙә һуңғы арала йыш күргән бер апай менән һөйләшә, аралаша башланыҡ. Ҡалаға ҡыҙының янына килгән икән, уның игеҙәк бәпәйҙәрен ҡараша. Аҙ булһа ла ярҙам булһын тип йыйыштырыусы эшенә лә урынлашҡан.

Моңһоу ҡарашлы был апай бер көн күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә ҡарап:

– Бөгөн улымдың тыуған көнө. Уға 35 йәш тулған булыр ине... – тип ҡуйҙы. Эсенә йыйылған һағыш-зарҙы кемгә булһа ла бушатҡыһы килгәндер инде, ул асылып китеп, тормош юлын бәйән итте.

– Ирем бик ҡыҙыу холоҡло кеше ине, эсергә әүәҫлеге лә булды. Иҫереп алһа, бигерәк холоҡһоҙ: тәнемдең ҡарар урынын ҡалдырмай туҡмаған, ике бала менән төн уртаһында өйҙән ҡыуып сығарған саҡтары шул тиклем күп булды. Әммә барыр ерем, батыр күлем булмағас, балалар хаҡына тип йәшәнем инде. Айыҡ сағында емертеп эшләй, аҡса ла таба белде, һәр хәлдә, мохтажлыҡта йәшәмәнек. Әммә шул эсеп боларыуҙары, ҡатылығы менән үҙәккә үтте.

Балаларым яҡшы уҡыны. Улым ауыл хужалығы институтын тамамлап, үҙебеҙҙәге хужалыҡҡа эшкә ҡайтты. Эшен дә оҡшатты, үҙен дә яраттылар. Тик өйҙә генә тыныслыҡ юҡ шул. Хәҙер инде ул эсеп алып ажғырған атайҙан ҡурҡып әсәһе менән бергә сығып ҡасҡан бәләкәй малай түгел ине. Мыҡты ғына кәүҙәле ир-егет. Мине яҡлап атаһына ҡаршы сыға башланы, бер нисә тапҡыр ныҡ ҡына эләгешеп, һуғышып та алдылар.

– Әсәй, ниңә һин бөтә ғүмерең буйына түҙҙең? Ниңә сығып китмәнең? – ти торғайны асырғанып.

Сираттағы янъялдан һуң улым “мин башҡаса бында йәшәй алмайым” тип эштән дә, ауылдан да китте. Ҙур совхозға барып урынлашты, йәшәр урын да бирҙеләр. Баламдың именлеген уйлап, мин дә ризалаштым. Бәлки, шулай яҡшыраҡ булыр, тип уйланым. Тик йылдан ашыу ғына эшләп өлгөрҙө. Ҡырҡ ата балаһы йыйылған совхоз үҙәгендә эскелек көслө ине, тәртип тә юҡ. Халыҡты эшләтер өсөн улыма һүҙгә лә килешергә тура килгәндер инде. Ҡыҙмаса әҙәмдәр араһына барып эләгеп, сәнсеп үлтереп ҡуйҙылар ғәзиз баламды.

Был ҡайғынан бөгөлөп төштөм, ауыр сиргә юлыҡтым. Үҙе менән тиң улына ҡул күтәреп, уға тыуған йортонда тыныс йәшәргә ирек бирмәгән иремде күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. “Улым үлгәнсе, һин үлһәң...” тигән гонаһлы уйҙар ҙа уйлай инем. Ысынлап та, эскелек яҡшыға алып барамы һуң? Ярты йыл тигәндә ул да гүр эйәһе булды.

Төрлө уйҙар килә башҡа. Әгәр ирем саҡ ҡына алдараҡ үлһә, улым кире ауылға эшкә ҡайтыр, мин дә был ҡайғыға тарымаҫ инем, тип уйлап йөрәгем өҙөлә... Әсә өсөн бала ҡайғыһынан да ауыр нәмә юҡтыр ул...

Зәлифә апай сикәһе буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө лә тынып ҡалды.

– Ярай әле ҡыҙығыҙ бар... - тинем йыуатырға теләп.

– Эйе, шул балама ҡарап шөкөр итәм. Бына бер түгел, ике ейән табып ҡыуандырҙы. Аҙ ғына үҫтерешәм дә ҡайтам ауылға. Йәштәр үҙ алдына йәшәһен... – тип эшенә йыйынды зәңгәр генә күҙле Зәлифә апай...

Фото: mozgopit.com

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: