Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2021, 11:48

АУЫР ТОРМОШ ХӘЛЕНДӘ ҠАЛҒАН БАЛАЛАР ҺӘМ ҮҪМЕРҘӘР ӨСӨН КОНКУРС ИҒЛАН ИТЕЛДЕ

/

Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн IV «Күңелем ҡылдары сыңлай. Быйыл ул Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала.
Конкурста 7-17 йәшлек ижадсылар – балалар йорттарынан, социаль приюттарҙан, йорт-интернаттарҙан, коррекция үҙәктәренән балалар һәм үҫмерҙәр, инвалид балалар, етемдәр ҡатнашырға мөмкин.
Улар түбәндәге йүнәлештәр буйынса эштәр тәҡдим итә ала:
— әҙәби ижад – рус, башҡорт, татар телдәрендә шиғыр, эссе, һүрәтләмә, хикәйә, шулай уҡ музыкаль оҙатыу менән автор әҫәрҙәре (йыр, романс).
— художестволы ижад – һынлы сәнғәт, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, һылап яһау.
Конкурсты ойоштороусылар – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, «Хазина» хәйриә һәм мәҙәни программалар үҙәге, Дүртөйлө ҡала китапханаһы.
Эштәрҙе тапшырыу шарттары — положениела.
Башинформ.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Auir-tormosh-h-lend--al-an-balalar--m--mer-r-s-n-konkurs-i-lan-itelde-636027/
Читайте нас: