Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2021, 13:15

Ҡаргиҙәр аҫтында ҡалған

/

Шишмә районында була был аяныслы хәл. 16 ғинуарҙа Өфөләге шәхси фирманың директоры Шишмәгә үҙенең урынбаҫарына ҡунаҡҡа килә. Ҡунаҡ булғас, һый ҙа мул булғандыр инде. Арыу ғына һалып алған ҡунаҡ, ҡаргиҙәрҙә йөрөп килергә уйлап, көндөҙгө 5-се яртыларҙа ихатанан сығып китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай...

UfacityNews яңылыҡтар порталы хәбәр итеүенсә, 21.40-та йорт хужаһы етәксеһенең юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр итә.
Төнгө өстәрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Бочкаревка ауылы янындағы яланда табалар уның кәүҙәһен. Бер нисә тонналы ҡаргиҙәр аҫтында ҡалып, һәләк булған ул.
Эскән килеш бер транспортҡа ла ултырырға ярамағанлығын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡат-ҡат иҫкәртһә лә, күптәр быны ҡолаҡтарына элмәй. Шулай итеп, үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя улар. Үҙенең вайымһыҙлығы арҡаһында ғүмере менән хушлашҡан йәш кеше бик йәл.

Фото furpur.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/argi-r-a-tinda-al-an-637737/
Читайте нас: