Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2021, 13:18

Малайҙың ата-әсәһе суд алдына баҫты

Эскелек менән шөғөлләнгән ата-әсә 8 йәшлек улдарын тейешенсә тәрбиәләмәгән, даими туҡмаған, рәнйеткән.

Яҡты донъяға иҫән-имен, бөтә ағзалары ла теүәл булып тыуған сабыйҙарын туҡмап, йәберләп, уларҙы психик зәғифлеккә дусар иткән ата-әсәләр эргәбеҙҙә етерлек. Ҡыҙғаныс хәлдәрҙең күбеһе билдәле лә булмай, йылдар буйы дауам итә.
Былтыр йәй Благовещен ҡалаһында булған ваҡиға йәмәғәтселекте ҡуҙғытты. Социаль селтәргә эләккән видеояҙманы ҡарағандан һуң, хоҡуҡ һаҡлау органдары хәлде тикшереүҙе үҙ өҫтөнә алды.
Көпә-көндөҙ һигеҙ йәшлек улдарын ир менән ҡатын туҡмарға тотона. Кешеләрҙең тыйырға тырышыуына иҫтәре лә китмәй. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, эскелек менән шөғөлләнгән ата-әсә 2011 йылғы улдарын тейешенсә тәрбиәләмәгән, даими туҡмаған, рәнйеткән.
Благовещен район-ара прокуратураһы ата-әсәгә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. ”Ғәйепләнеүселәр ғәйебен таныған. Енәйәт эше Благовещен районы буйынса мировой судья ҡарамағына ебәрелде,” - тип хәбәр итә ведомствоның мабуғат хеҙмәте.
Фото:Vk.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: