Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2021, 14:28

Йәштәрҙең бәхете селпәрәмә килгән...

Улар ни бары өс ай йәшәп ҡала. 10 ғинуарҙа, иң буранлы көндәрҙең береһендә...

Никах туйҙарынан һуң ни бары өс ай йәшәп ҡалған кейәү менән кәләш. 10 ғинуарҙа, иң буранлы көндәрҙең береһендә, Бөрө эргәһендә юл-транспорт һәләкәтенә эләгә улар.
Һөҙөмтәлә кейәү егете Азат Йәннәтов һәм тағы бер пассажир ваҡиға урынында һәләк була. Жанна Чикишева менән водитель Бөрө дауаханаһына эләгә.
Водитель, 31 йәшлек Мишкә районы кешеһе, аҡса эшләргә булып, Өфөгә тиклем пассажирҙар алыуы тураһында иғлан яҙа. Буранлы һәм тайғаҡ юлға ул машинаһының артҡы тәгәрмәстәрен алмаштырмай, йәйгеһе менән юллана. Машинаға идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға һәм “Лада Гранта” автомобиле менән бәрелешә.
Жанна Азатты армиянан көтөп алған. Егет 1 декабрҙә хәрби хеҙмәттән ҡайтыу менән никах уҡыталар. Йәйгә туй яһамаҡсы булғандар. Матур пландар менән янған йәштәрҙең бәхете уйһыҙлыҡ һәм яуапһыҙлыҡ сәбәпле селпәрәмә килә.
Ҡыҙҙың хәле насар, йәрәхәттәре ауыр. Уға даими рәүештә донор ҡаны ҡоялар. Ҡыҙҙың әсәһе балаһын ҡотҡарыу өсөн ҡан кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Бының өсөн Өфөләге Батыр урамы 41/1 адресы буйынса 8.00 – 13.00 сәғәттәргә тиклем килергә була. Октябрьский, Нефтекама, Белорет ҡалаларындағы филилалда ла тапшырырға мөмкин. Бары тик ҡандың 1996 йылда тыуған Жанна Чикишева өсөн булыуын әйтергә кәрәк.
фото: auto.today
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: