Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар 2021, 23:35

Быйыл апрелдә тыуым арта, тиҙәр...

/

“Демографтар оҙайлы ҡурсаланыу режимынан һуң апрелдә тыуым артыуы көтөлә тип фаразлай. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме?” тигән һорауға Башҡортостандың Юстиция эше буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле: "Әле был хаҡта һөйләүе иртә", - тип яуап бирҙе.
“Әлегә беҙ 2020 йылдың туғыҙ ай мәғлүмәттәренә таянабыҙ. Тыуым артырмы, шул иҫәптән апрелдәге ҡурсаланыу ваҡытында, бер ни тиклем ваҡыттан аңлашыласаҡ, яңы мәғлүмәттәр билдәле булғас”, – тине Владимир Спеле.
Шул уҡ ваҡытта, “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, бөтә илдә тыуымдың кәмеүе күҙәтелә, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә лә. Былтыр ғинуарҙан ноябргә тиклем республикала 37522 сабый донъяға килгән, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 1178-гә кәм. Ноябрҙә 3114 бала тыуһа, 2019 йылға ҡарағанда 155-кә әҙ.
Владимир Спеле белдереүенсә, былтыр ғаиләләрҙә айырылышыу осрағының ҡырҡа артыуы күҙәтелмәгән, шул уҡ ваҡытта теркәлгән никахтар кәмегән. Мәҫәлән, былтыр туғыҙ айҙа 14854 ғаилә барлыҡҡа килһә, был һан 2019 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 4166 парға әҙерәк.
Фото: preobr.mos.ru
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Biyil-apreld-tiuim-arta-ti-r-631580/
Читайте нас: