Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2021, 15:15

Күрше хаҡы – тәңре хаҡымы?

Беҙ ҡапсыҡта ятамы ни, һиҙенеүем бушҡа булмаған: ирем күрше ҡатынға тамам эҫенгән булып сыҡты...

Миңзиә апайға 57 йәш. Башҡортостандың көньяҡ райондарының береһендә тормош иптәше менән етеш, матур донъя көтә улар. Балалары күптән үҫеп, үҙаллы төпләнгән. Баҫмабыҙҙа үткән конкурс еңеүселәре булараҡ осрашырға, танышырға тура килде был ғаилә менән. “Донъяғыҙ ҙа, ғаиләгеҙ ҙә бына тигән, әйҙәгеҙ, һеҙҙең хаҡта тулыраҡ итеп яҙайыҡ”, – тигәс, ризалашманы. “Былай ғына, конкурс еңеүселәре тип мәғлүмәт бирһәгеҙ етә”, – тип баш тартты.
Һуңынан сәй табыны артында икәүҙән-икәү ҡалғас, “Ғаилә тормошоноң төрлө сағы булып китә инде ул, һеңлем. “Татыу, өлгөлө ғаилә” тип яҙып, артыҡ ҡупырайтмағыҙ инде, зинһар. Шаңҡыуҙан әле саҡ сығып, тынысланып йәшәүебеҙгә бер йыл самаһы ғына әле. Был турала айырым яҙғың килһә – яҙырһың, бәлки кемдәргәлер фәһем булыр, тик исемдәребеҙҙе үҙгәрт инде”, – тип үтенде. Бына уның бәйәне.
“Күршеләребеҙ Рәсилә һәм Нәғимйән менән ныҡ татыу булып, ҡатышып йәшәнек. Өмәләр, һуғым аштары һәр саҡ бергә булды, балалар бергә үҫте. Нисәмә йылдар аралашып, шулай матур ғына йәшәп ятҡанда Нәғимйән күрше мәрхүм булып ҡалды. Рәсиләнең ҡайғылы сағын нисек тә еңелләйтергә тырыштыҡ, хәл белешеү, сәйгә йөрөшөүҙе әйтеп тә тормайым. Уның да балалары ҡырҙа, яңғыҙлыҡты артыҡ тоймаһын тип, әйтһә лә, әйтмәһә лә барлыҡ эшен эшләштек.
Ауыл ерендә ир ҡулы теймәһә, донъяң шауҙырап бара: йә ул ере ватыла. йә был ере емерелә тигәндәй. “Ҡоҙоҡ боҙолдо, Мансур ҡарамаҫмы икән?”, “Баҡсаның бағанаһы ауып, мал ингән, Мансур төҙәтеп ҡуя алмаҫмы?” тип ингән һайын, өйҙә ҡырылмаһа ҡырҡ эш ярылып ятһа ла, иремде “Бар ҙа бар” тип ярҙамға ебәрҙем. Яңғыҙ кешенең күңеле былай ҙа китек була, өйҙәге эш эшләнер әле, тип уйланым гел.
Шулай элеккесә аралашып йәшәүҙе, Рәсиләгә ярҙам итеүҙе дауам иттек. Әммә бер мәл иремдең күрше йорт яғына атлығып тороуын, булыр-булмаҫ йомош табып, йышлауын һиҙенә башланым. Шулай ҙа һис тә генә насар уй уйлағы килмәй. Үҙемде эстән генә шикселлектә ғәйепләйем.
Беҙ ҡапсыҡта ятамы ни, һиҙенеүем бушҡа булмаған: ирем күрше ҡатынға тамам эҫенгән булып сыҡты. Был хәлдән шаңҡып ҡалдым. Иң тәүге уйым айырылыу, был хыянатсылар янында бер көн дә тормау булды. Әммә ҡайҙа барам? Балаларым янынамы? Уларҙың үҙ тормошо. Пенсионерҙы ҡайҙа, кем көтөп тора?
Ярһып, нимә эшләргә белмәй, апайыма шылтыраттым, илай-илай хәлемде һөйләп бирҙем. “Кейәү менән ныҡлап һөйләш, ошо йәштә донъя туҙҙырып ултырмайһығыҙ инде. Кейәүҙең ҡулы алтын, холҡо һәйбәт. Кем яңылышмай? Һөйләшегеҙ, аңлашығыҙ”, – тип өгөтләне апайым.
Эй, ул көндәрҙе иҫләге лә килмәй. Бигерәк ауыр сыҡтым ул хәлдән. Ирем ҡат-ҡат ғәфү үтенде, яңылышыуын таныны, балалар хаҡына кисер, тип ялбарҙы.
Бына шулай, йәшәп ятабыҙ әле. Хәҙер күрше йорт яғына әйләнеп тә ҡарамай. Ә Рәсилә оятһыҙ булып сыҡты, иреңде йүнләп ҡарамайһың, ҡатыны менән араһы яҡшы булған ир ситкә күҙ һалмай ул тип, минең үҙемде ғәйепләп маташты.
Ауыл ере булғас, күрше йәшәгәс, урамда күрешергә лә тура килә. Һаулыҡ та һорашмайбыҙ хәҙер. “Их, берәй арыу ғына кеше осрап, яңынан тормошҡа сыҡһын да, бөтөнләйгә күсеп китһен ине”, - тип теләйем гел. Ваҡыты-ваҡыты менән күңелгә ҡыйын. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан кеүек булһаҡ та, иҫкә төшһә, йөрәк әле лә әллә нимә эшләп китә...” – тип көрһөндө Миңзиә апай.
Фото: rachelbustin.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: