Йәшәү сығанағы - ҡояш нурын,
Ер йылыһын һаҡлай үҙенә.
Күкрәктәргә терәп киҫер икмәк
Һәр табындың тора түрендә.
(Ынйы Мөъминова шиғыры)
Степной мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Көнһылыу Ҡуланбаева икмәк бешереү, бишбармаҡ һалмаһына ҡамыр әҙерләү, һәм духовкала өйрәк бешереү серҙәре менән таныштыра.