Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2021, 19:17

Йәнтеш ауылында "Ғаилә менән бергә" сараһы уҙҙы

Күңелле уйындар, эстафеталар ғаилә усағын нығыраҡ берләштерҙе. Афарин йәнтештәр!

Йәнтеш ауылында "Ғаилә менән бергә" сараһы уҙҙы.

Ғаилә... Был төшөнсә икәүҙең бер бөтөн булыуын аңлата. Татыу, дуҫ ғаиләләрҙә ихтирам, иғтибар, бер-берең өсөн өҙөлөп тороу, яуаплылыҡ тойғолары көслө. Матур ғаилә – һәр кем өсөн бәхет билдәһе, кеше тормошоноң таянысы.
«Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була», «Татыу ғаилә – ил күрке», «Ғаилә бәхете – ил бәхете», тиҙәр халыҡта.

Йәнтеш урта белем биреү мәктәбе ғаилә тотҡаһы, илебеҙ терәге булған атайҙар, ғүмер бүләк итеүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы әсәйҙәр һәм балалар менән "Ғаилә менән бергә" исемле ғаилә уйындарын үткәрҙҽ. Күңелле уйындар, эстафеталар ғаилә усағын нығыраҡ берләштерҙе. Афариндар!
Сығанаҡ:Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас: