Шәжәрәң менән ҡыҙыҡһынаһыңмы? Бәлки, үҙең йәшәгән ауыл тарихын төплө белгең киләлер. Хәҙер ундай кешеләрҙең рәүиз мәғлүмәттәрен ҡарау мөмкинлеге бар.
Бында XVIII быуат аҙағынан XIX уртаһына тиклемге халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре урынлаштырылған. Тәүге этапта сайтта Бәләбәй өйәҙе ауылдарында 1858-1859 йылдарҙа үткәрелгән рәүиз мәғлүмәттәре ҡуйылған. Артабан Башҡортостан биләмәһенә ингән башҡа ауыл-ҡалаларҙан белешмәләр урынлаштырыу планлаштырыла.
Рәүиз мәғлүмәттәре – Рәсәй империяһында XVIII быуатта – XIX быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән халыҡтың йән башына алынған иҫәбе (ревизияһы) мәғлүмәттәре, ул һалым һалыу маҡсаты менән үткәрелгән. Белешмәләр кеше һүҙенә нигеҙләнгән. Рәүиз мәғлүмәттәрендә һәр тораҡ пункттың иҙ исемлеге булған. Унда йорт башлығының, уның атаһының исеме, әгәр бар икән, фамилияһы яҙылған, ғаиләһе ағзалары, барыһының да йәштәре, кемлеге күрһәтелгән. Рәүиз һалым түләү ҡатламына ҡараған кешеләрҙе иҫәпләгән: крәҫтиәндәр, бер ихаталылар, типтәрҙәр, бобылдәр, эшселәр һәм башҡалар. Мәғлүмәттәргә дворяндар, руханиҙар, чиновниктар инмәгән, сөнки улар һалым түләмәгән. Таблицаларҙа ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да күрһәтелмәгән.
Беренсе рәүиз - 1718-1719, һуңғыһы 1857-1859 йылдарҙа үткәрелгән, бөтәһе ун тапҡыр булған.
Башҡортостандың Милли архивында 5-10-се рәүиздәрҙең материалдары һаҡлана, улар - 815 берәмек. Мәғлүмәттәр Бөрө, Бәләбәй, Верхнеуральск, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө, Силәбе, Ырымбур буйынса һаҡлана. 5-се рәүиз – 1795, 6-сы – 1811, 7-се – 1816, 8-се – 1834, 9-сы – 1850, 10-сыһы 1858-1859 йылдарҙа үткәрелгән. Улар “Ырымбур ҡаҙна палатаһы” фондында ята, үткәреү ваҡыты, өйәҙҙәр, халыҡтың социаль хәле, милләте буйынса төркөмдәргә бүленгән.
Бәләбәй өйәҙенә әлеге Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар (өлөшләтә), Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Илеш (өлөшләтә), Миәкә, Саҡмағош (өлөшләтә), Туймазы, Шаран райондары инә.
Бөгөн рәүиз мәғлүмәттәре генеологик тикшеренеүҙәрҙә иң мөһим сығанаҡ булып тора.
Фото: cnk-okt.bash.muzkult.ru