Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2021, 11:42

Малайҙы "тотҡонлоҡ"тан сығарғандар...

Бәләкәй балаларҙың шуҡлығы, тиктормаҫлығы ниндәй генә хәлдәргә юлыҡтырмай!

Бәләкәй балаларҙың шуҡлығы, тиктормаҫлығы ниндәй генә хәлдәргә юлыҡтырмай! Ярай әле, һәр саҡта ла ярҙамға ашыҡҡан ҡотҡарыусылар бар. Яңыраҡ Белорет ҡалаһында йәшәгән өс йәшлек малайға ла уларҙың таҫыллығы талап ителгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, уйын менән мауыҡҡан малай ултырғыс арҡаһына аяғын индереп, уны ала алмайынса яфалана. Ата-әсәһе лә уға ярҙам итә алмай, аптыраған көндән ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итәләр. Бәхеткә ҡаршы, тәжрибәле һөнәр эйәләре инструменттар ҡулланмай ғына малайҙы “тотҡонлоҡ”тан сығара.
Ҡотҡарыусылар йортта балаларға иғтибарлы булырға, төрлө күңелһеҙлектәргә тарымау өсөн һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Бәләкәстәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, уларҙың сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырырлыҡ әйберҙәрҙе ситкә алып ҡуйырға, бер үҙҙәрен өйҙә ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: