2021 йыл республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙайлы ғүмер йылы тип иғлан ителде. Шуның менән бәйле Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова өлкәндәрҙә йыш осраған үҙгәрештәрҙе иҫкәртеүгә иғтибарҙы йүнәлтергә саҡыра.
Ул ололар менән эшләгән үҙәктәр өсөн ҡартлыҡтағы үҙгәрештәрҙе иҫкәртеү, социаль адаптацияны ойоштороу мәсьәләләрен үҙ эсенә алған пособие баҫтырып сығарған. Автор айырыуса яңғыҙлыҡ, депрессия, бәйләнештәрҙең “йомшарыуы”на бәйле деменция күренешенә иғтибар итеү кәрәклеген билдәләй. Хаҡлы ялға сығыу менән был хәлдең киҫкенләшеү мөмкинлеген иҫкәртә. Өҫтәүенә пандемия осорондағы изоляция ла кире йоғонто яһай. Кристина Недорезова сикләү режимы тамамланғандан һуң үҙе эшләгән үҙәкте өлкәндәрҙе реабилитациялау өсөн файҙаланырға уйлай. Дауалау физкультураһы, тын алыу гимнастикаһы, психологик ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр буласаҡ.
Авторҙың билдәләүенсә, деменция проблемаһы йәмғиәттә ҙур урын биләй. “Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә, шул иҫәптән республикала, халыҡтың тотороҡло ҡартайыуы күҙәтелә. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала 1 186 000 пенсионер йәшәй. Өфөләрҙең һәр дүртенсеһе - пенсионер. Дәүләт деменцияға дусар бер ауырыуҙы дауаханала дауалау өсөн көнөнә 1 200 һум тотона. Айлыҡ дарыуҙар хаҡы 1 226 һум тәшкил итә. Ауырыуҙы дауалау һәм тәрбиәләү, Социаль страховкалау фондынан тыш, уның яҡындары иңенә лә ауыр йөк булып ята”, - тип ул өлкәндәр тураһында хәстәрлек күреүҙе, төрлө социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы, пенсионерҙарҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеүҙе мөһим бурыстарҙың береһе тип иҫәпләй. Кристина Недорезова үҙенең программаһына патент алырға һәм Йәмәғәт палатаһындағы эшмәкәрлеген күтәргән мәсьәләһен популярлаштырыуға арнарға йыйына.