Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2021, 12:24

Иҫән хан нәҫеленең рухы иҫән!

Быйыл Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тула. Башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе тормошонан ҡыҙыҡлы факттар тәҡдим итәбеҙ.

Яз эйәме – егет улмаҡ,
Көз эйәме – ҡари улмаҡ,
Ҡыш эйәме – вафат улмаҡ,
Ғүмернең рәхәте аздыр.
Был шиғыр юлдарын билдәле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой яҙған. Быйыл уның тыуыуына 195 йыл тула. Һеҙҙең иғтибарға шәхес тормошонан ҡыҙыҡлы факттар тәҡдим итәбеҙ.
Ғәли Соҡоройҙоң ысын исем-шәрифе - Мөхәмәтғәли Кейеков. Соҡорой псевдонимын ул тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙан ала.
Атаһы Ғәбделсәлихтең ҙур иген баҫыуҙары, тирмәне, умарта баҡсаһы булған. Ул ауылда мәҙрәсә лә тотҡан.
Ғәли Соҡорой шәжәрәһе буйынса Ирәкте ырыуы ханы Иҫән нәҫеленән. Ул шағир ғына түгел, мәғрифәтсе лә.
Бер нисә ай дауамында Һаҡмар, Яйыҡ буйҙарында ғына түгел, ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.
Ғәли Соҡорой 1872 йылда хаж ҡыла.
Ғүмеренең аҙағынаса кесе Ватаны Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында крәҫтиән булып йәшәй, балалар уҡыта.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 8 ғинуар Тәтешле районында Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыу айҡанлы байрам саралары башланасаҡ. Мәғрифәтсе донъяға килгән Иҫке Соҡор ауылында, Ғәли Соҡоройҙоң тыуған нигеҙендә урынлашҡан йорт-музейҙа уға таҡтаташ асыласаҡ. Үрге Тәтешлеләге тыуған яҡты өйрәнеү музейында шәхестең тормош юлын, ижадын сағылдырған күргәҙмә ойоштороу ҡаралған. "Әсән хан тоҡомдары" исемле концерт тамашаһында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Зәйнетдин, "Арғымаҡ" төркөмө сығыш яһаясаҡ.
Фото: google.com
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: