Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ғинуар 2021, 18:46

"Ғаилә менән ял итеү өсөн иң яҡшы ваҡыт"

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та ғаиләһе менән саф һауала ял итергә ярата

Бөгөн - Башҡортостанда йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнө. Ғаиләң усағы һәр саҡ йылы һәм ҡотло була икән, йәшәүе лә рәхәт. Унан һәр саҡ йылылыҡ алып йәшәйһең, ошо йылыны башҡаларға таратаһың.
Бигерәк тә Яңы йыл каникулы көндәрендә күп кенә ғаиләләр, айырыуса етәксе вазифаһында эшләгән ғаилә башлыҡтары өсөн үҙҙәренең яҡындары һәм балалары янында бер аҙ булыу форсаты тейҙе. Социаль селтәрҙә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та үҙенең ғаиләһе менән саф һауала ял иткән фотоһын ҡуйған һәм аҫтына түбәндәгеләрҙе яҙған.
"Яңы йыл байрамы - бөтә ғаилә менән йыйылып, ҡарлы тауҙарҙа ваҡытты күңелле үткәреү өсөн иң яҡшы ваҡыт. Үҙегеҙ менән термоста эҫе сәй, контейнерҙарҙа бутербродтар һәм, иң мөһиме, әүҙем ял өсөн кәрәк булған ҡорамалдар алырға онотмағыҙ. Каникулығыҙҙы тәьҫораттарға бай һәм емешле үткәреүегеҙҙе теләйем. Конькиҙа, саңғыла йөрөгөҙ, сана шыуығыҙ. Күңелле һәм яҡшы хис-тойғоларға байығыҙ", - тип яҙған ул үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә.
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: