Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2021, 01:09

Вирус яңыса эшләргә мәжбүр итте

/

2020 йылды оҙаҡ иҫләйәсәкбеҙ әле. Пандемия осоро башланыу менән социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары яңы эш режимына күсерелде. Маҡса т- коронавирустан үлем һәм йоҡтороу осраҡтарына юл ҡуймау ине. 16 апрелдән улар 14 көнлөк изоляция графигы менән автономлы эш режимында эш башланы.
Әлеге ваҡытта изоляцияла социаль хеҙмәттән файҙаланыусы 6,5 мең граждан һәм бер меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Карантинда һәм үҙизоляцияла булғандарға социаль ярҙам күрһәтеү әле лә дауам итә. Пандемия осоронда илле меңдән ашыу гражданға дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар илтелде. Социаль хеҙмәттәрҙән даими файҙаланыусы 34 меңдән ашыу кешегә ярҙам итеү әлеге көндә лә дауам итә. Эш урындарында сир йоҡторған медицина, социаль тармаҡ, полиция, Росгвардия хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә шифахана һәм курорттарҙа реабилитация үтеү өсөн меңдән ашыу сертификат тапшырылды, тип белдерҙе үҙенең сығышында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам министрлығы етәксеһе Ленара Иванова.
Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнөнә республика етәксеһенең өлкән быуындың тормош сифатын күтәреүгә, сәләмәтлеген нығытыуға, социаль әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелгән “Оҙайлы ғүмер” проекты эш башланы. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, сентябрь айында 240-тан ашыу пенсионер турист маршруттарында булды. Инвалид балаларҙы реабилитациялауға 50 миллион һум, ә техник средстволар алыуға 11 миллион һум аҡса тотонолдо. Баш ҡалала элекке “Салют” һауыҡтырыу лагеры базаһында яңы реабилитация үҙәге төҙөлөшө башланды. “Ғаилә” үҙәктәре тарафынан 300 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелде, етем балаларҙы тәрбиәләүгә алған ата-әсәләргә аҡсалата түләүҙәр арттырылды, тип билдәләне Ленара Иванова.
Фото:"Башинформ".
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Virus-ya-isa-eshl-rg-m-gb-r-itte-617648/
Читайте нас: