Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2021, 01:29

БӘХЕТЛЕЛӘР ҺӘМ НЫҠЫШМАЛДАР ЙЫЛЫ КИЛӘ

/

Үгеҙ йылында тыуғандар көслө характеры, ныҡлы ихтияр көсө, ныҡышмаллылыҡ һәм тормоштарының төрлө мәлдәрендә лә бәхетле була белеүҙәре менән айырылып торалар. Миҫалға, донъя һәм Рәсәйҙә киң билдәле, спорт тарихында исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған художестволы гимнастика алиһәһе, әлеге ваҡытта телейондоҙ Ләйсән Үтәшеваны ғына килтереү ҙә етә. Ябай тарихсы һәм китапханасы ғаиләһендә тыуған башҡорт ҡыҙы үҙ көсө менән төрлө кимәлдә юғары күрһәткестәргә ирешә. Ә иң мөһиме 17 йәшендә ауыр йәрәхәттәр алып түшәккә ята. Ике йыл эсендә ҡабаттан аяҡҡа баҫып, спортҡа кире ҡайтыуы уның көслө буйһонмаҫ рухлы икәнлеген күрһәтә.
Разинә Зайнетдинова.
https://shonkar.rbsmi.ru/news/B-hetlel-r--m-ni-ishmaldar-yili-kil-618083/
Читайте нас: