Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2021, 02:00

Шахтерҙарға дәүләт наградаһы бирелде

"Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" йәмғиәтенең өс хеҙмәткәре республика көнө алдынан дәүләт наградалары алды. Мәртәбәле наградаларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләүсе 62 иң яҡшы хеҙмәткәр бүләкләнде.


Улар араһында "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" йәмғиәтенең байыҡтырыу фабрикаһы тирмәне машинисы Роберт Түләбаевҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы", Октябрь ер аҫты руднигы шартлатыусыһы Андрей Степановҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры" исеме бирелде.


Ә байыҡтырыу фабрикаһының ҡоролмалар ремонтлау буйынса электрслесары Рифат Шәкиров Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Читайте нас