Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2021, 15:23

Күҙ уңынан бер кем ысҡындырылманы...

/

Үткән йыл еңел бирелмәне. Дөйөм алғанда халыҡты социаль яҡлауға 43 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолдо (2019 йылда - 24,7 миллиард һум). Социаль ярҙам сараларына йүнәлтелгән средстволар күләме байтаҡҡа артты – 27 миллиард һум тәшкил итте. Был өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә яңы айлыҡ түләүҙәр индереү менән бәйле. Түләүҙәрҙе йөҙ меңдән ашыу ғаилә алды.
Бынан тыш, ярлылыҡты кәметеү буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, социаль контракт рәүешендәге ярҙамды финанслау 307 миллион һумға тиклем арттырылды. Һөҙөмтәлә социаль контракт төҙөгән граждандар һаны алты меңгә етте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы, һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәргә, инвалидтарға, уларҙың ғаилә ағзаларына, шулай уҡ тыл хеҙмәткәрҙәренә, республика бюджеты средстволары иҫәбенә бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙәр тәғәйенләнде. Был сумма 177,2 миллион һум тәшкил итте.
Пандемия осоро эшһеҙлек буйынса пособие түләү мәсьәләһенә лә үҙгәрештәр индерҙе. 206 меңдән ашыу гражданға ете миллиард һумға яҡын пособие түләнде. Шул иҫәптән бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән 79 мең кеше юғары кимәлдәге пособие алды. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, эшһеҙҙәр өсөн социаль түләүҙәргә финанслау күләме 2019 йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға артҡан Яраҡлы эш эҙләп, Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән 70 меңдән ашыу граждан эшкә урынлаштырылған.
Фото:"Башинформ".
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/K--u-inan-ber-kem-is-indirilmani-617581/
Читайте нас: