Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Декабрь 2020, 13:23

Яңы йыл - бөтә балалар өсөн дә!

Ғаиләләге ауырлыҡтар балаларҙы байрамдан сикләргә тейеш түгел.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы әүҙемселәре, “Яңы йыл мөғжизәһе” акцияһына ярашлы, етеп килгән байрам менән йөҙҙән ашыу баланы ҡотланы. Бүләктәр һәм татлы йыйылмаларҙы ишле, шулай уҡ социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсәһе ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар алып ҡыуанды.
Сара Өфө магазиндарында ҡуйылған “Шатлыҡ кәрзиндәре” һәм #МыВместе акцияһы партнеры, эшҡыуар Вадим Заһитов арҡаһында тормошҡа ашырылған.
Әсәләре менән “Ғаилә” республика ресурс үҙәгендә йәшәгән 17 бала өсөн дә ошондай мөғжизә тыуҙырылған. Улар байрамды ошонда ҡаршылаясаҡ. Бындағы һәр ғаиләнең үҙ ҡайғыһы һәм үҙ тарихы, әммә барыһы ла әлеге ауырлыҡтарҙың ваҡытлыса икәненә, оҙаҡламай барыһы ла яҡшы буласағына ышана.
"Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу – һәр балаға яҡын мөғжизәле персонаждар. Бәләкәстәргә ошондай байрам ойошторған һәр кемгә рәхмәт. Беҙҙең балалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрамды өйҙәрендә ҡаршылағандарҙан айырмалы, бүләкте әҙерәк ала. Шуға күрә ошоноң кеүек акциялар улар өсөн бик мөһим", – тине “Ғаилә” ресурс үҙәге директоры урынбаҫары Анна Сәлмәнова.
Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендәге ихаталарҙың береһендә ойошторолған байрам шулай уҡ сағыу һәм күңелле үтте. Уны урындағы Балалар өсөн халыҡ фронты әүҙемселәре уҙғарҙы. Ҡыҙыҡлы конкурстар, ярыштар, аралашыу мөмкинлеге һәр быуын вәкилдәренә оҡшаны. Байрам кәйефен Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тыуҙырҙы.
"Тормош яңы ҡағиҙәләр булдыра, шул иҫәптән байрам саралары ойоштороуҙа ла. Ихаталағы Яңы йыл – бик күңелле сара. Ул эпидемиологик яҡтан хәүефһеҙ, ә саф һауалағы әүҙем ял балаларға ла, өлкәндәргә лә файҙалы", – тине халыҡ фронты эксперты Гөлнара Мәғәсүмова.
Өфө эшҡыуары Вадим Заһитов һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 26 балаға Яңы йыл кәйефе бүләк итте. Уның фекеренсә, бер ниндәй ауырлыҡ та байрамды сикләргә тейеш түгел.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: