Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Декабрь 2020, 11:13

Балаларын үлтергән атайҙы уларҙан айырым ерләйҙәр

Бер көн эсендә бар ғаиләһен, ғәзиз балаларын юғалтҡан ҡатындың хәле нисек?

Үткән аҙнаның ғына түгел, ә йылдың иң ҡурҡыныс енәйәте тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ҡатынына үс итеп, 37 йәшлек ир бер йәшлек ҡыҙы менән алты йәшлек малайын үлтерә, аҙаҡ үҙенә лә ҡул һала. Был аҙымға ул ҡатынының хыянат итеүе һәм айырылырға теләүе тураһында белгәс бара.
Бөгөн асыҡланыуынса, ғаилә башлығын балаларынан айырым урынға ерләйәсәктәр. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова социаль селтәрҙәр аша хәбәр итеүе буйынса, Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков ҡушыуы буйынса, ҡала ғаиләне ерләү сығымдарын үҙ өҫтөнә ала.
Ғаиләнең яҡындары хәл итеүе буйынса, уларҙы Өфөнән ситтә һәм төрлө зыяраттарҙа күмәсәктәр.
Ҙур ҡайғы кисергән балаларҙың әсәһе менән психологтар эшләй һәм уға психологик ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ уның янынан туғандары китмәй һәм мөмкин булғанса ярҙам итергә тырыша.
Ғаиләгә яҡын кешеләр белдереүенсә, улар насар йәшәгән, иренең көнсөллөгө арҡаһында йыш ҡына низағ сығып торған. Ҡатын иренән айырылырға теләгән...
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: