Башҡортостандағы ете меңдән ашыу бала “Яңы йыл һәр йортҡа” акцияһы сиктәрендә бүләктәр алды.
Башҡортостандағы ете меңдән ашыу бала “Яңы йыл - һәр йортҡа” акцияһына ярашлы бүләктәр алды.
Дөйөм Рәсәй акцияһы нигеҙендә ирекмәндәр республиканың барлыҡ балалар йорттарындағы, интернаттарҙағы, медицина ойошмаларындағы, ауыр тормош хәлендәге балаларҙы ҡотлай.
Төбәктәге ете меңдән ашыу бала бүләген алған да инде. Уларҙың 4366-һы – ауыр тормош хәленә тарығандар. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ролен 400-ҙән ашыу ирекмән үтәгән.
Башҡортостандағы акция ойошмалары планында тағы ковид-госпиталдәрҙә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең биш меңдән ашыу балаһын тәбрикләү.