Кисә, йәғни 27 декабрь, ҡотҡарыусылар көнө билдәләнде. Был һөнәр – яҡшы белем, тәжрибә, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап иткән, ер йөҙөндә иң хәүефле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Тыныс көндәрҙә лә ҡотҡарыусылар кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн көрәш алып барып алғы һыҙыҡта тора. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда ҡотҡарыусылар тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға, тәбиғәт ғәрәсәттәрен баҫа, кешеләр ғүмере өсөн көрәшә. Ҡотҡарыусылар бер нисә һөнәрҙе үҙ эсенә ала: янғын һүндереүселәр ҙә, тау ҡотҡарыусылары ла, водолаздар ҙа, шул уҡ ваҡытта психолог та...
Бына ошондай һөнәрҙе һайлаған ауылдаштарыбыҙ, туғандарыбыҙ беҙҙең таныштарыбыҙ араһында булыу – бигерәк тә ҡыуаныс!!! Таныштырып үтәйем, ауылдашыбыҙ Мәрзиә Мырҙабай ҡыҙы Рәхмәтованың (Байғужина) ике улы ла Фирғәт һәм Илһам Рәхмәтовтар Өфөнөң 2-се янғын һүндереү часында, армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан алып, намыҫлы эшләйҙәр. Иң көтөлмәгән экстремаль осраҡтарҙа ауыр бурыстарҙы хәл итеп, башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн күп осраҡта үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, бына инде бик күп йылдар намыҫлы хеҙмәт итәләр.
Фирғәт һәм Илһам туғаныбыҙ, бар йөрәктән һеҙҙе Ҡотҡарыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Ябай булмаған, бик мөһим хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете, Ватанға хеҙмәт итеүҙә уңыштар теләйбеҙ!