Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2020, 23:11

"Наҙымды етем сабыйға бүләк иткән булһам..."

Ирҙәргә һау ҡатындар ғына кәрәк тигәндәре дөрөҫмө икән ни?

“Бәлә уйламағанда килде. Һәүетемсә генә йәшәп яталар ине әле. Көтмәгәндә Әлимәне ҡәһәрле инсульт аяҡтан йыҡты. Был йәй томра эҫе булды бит. Көнө буйы ҡояш нурҙарынан уттай ҡыҙған ҡаланың таш йорто хатта төнөн дә һыуынманы. Фатирҙары беренсе ҡатта булып, тәҙрәләрен ағастар ышыҡлап торһа ла, ныҡ тынсыу ине был иртәлә. Бер көн иртән тора алманы ла ҡуйҙы, һуңғы йылдарҙа ҡан баҫымы уғата һикергеләп торҙо шул... Табиптарҙың, дауаханаға ятырға кәрәк, тигәнен дә тыңламаны шул. Фәритен яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәй ине.
Ә бына хәҙер үҙе кеше көнлө булды ла ҡалды. Ярай әле ике һеңлеһе бар, ашын да алып киләләр, кәрәкле уколын да ҡаҙайҙар, йыуындырып китәләр. Әммә уларҙың да үҙ ғаиләһе, үҙ донъяһы тигәндәй. Нисек йүгереп килеп инәләр, шулай тиҙ-тиләмән сығып та китәләр. Аңлай уларҙы Әлимә, эшләп тә йөрөйҙәр бит. Етмәһә, йәштәре лә бара, арыйҙарҙыр. Еҙнә ҡараһын һуң беҙ юҡта, гел генә килеп йөрөп булмай бит, тип әйткеләгәндәре лә бар. Ә Фәрите үҙе бала ише...
Хоҙай бала һөйөү бәхете бирмәне Әлимәгә. Ике тапҡыр буйға уҙҙы. Беренсеһе тыуғас та үлде, икенсеһендә үҙен саҡ ҡотҡарып алып ҡалдылар. Табиптар йәшәгең килһә, башҡа балаға уҙма, тип ҡәтғи тыйғас, төңөлдө. Бар хәстәрен, наҙын иренә - Фәритенә бирҙе. Бала бушлығын ире яуланы.
Юҡты бар итте, фатирын да йүнләне, аҡсаһын да тапты Әлимә.Тегенеһенә лә был тормош оҡшай ине. Етмәһә, Әлимәнән кесерәк тә булғас, тамам яраҡлашып алды. Рәхәт тә инде, бер нәмәгә ҡайғыраһы түгел, ҡатыны тапҡан, бешергән-төшөргән, йыуған, үтекләгән, кейҙергән. Эштән ҡайтып диванға йәйелеп ятыуҙан башҡаны белмәне. Тора-бара эшһеҙлектән һыра һемерергә әүәҫләнеп алды...
Хәҙер килеп, тормош бындай боролош алғас, шаңҡып ҡалды ир. Әлимәһенең ауырып китеүе лә бар, тигән уй башына бер ваҡытта ла килгәне булманы. Һыра шауҡымынанмы, бәхетем булманы инде минең, тип илап ултырыуҙан башҡаны белмәне. Магазиндан колбаса кеүек шаҡы-шоҡо алып ҡайтып ашап, һыраһын эсеп, ярты - айыҡ, ярты иҫерек килеш ятып йоҡлауҙары йышайҙы.Ҡайһы бер көндәрҙә һыуытҡысҡа туғандары бешереп ҡуйып киткән ашты ла йылытып бирмәне ҡатынына...
Аяҡтан йығылғас, бер сынаяҡ йылы сәйгә зар-интизар булып ултырған сағында үткән ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе Әлимә. Ирҙәргә һау ҡатындар ғына кәрәк тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең. Ни эшләп кенә, балаң булмай тигәстәр, сабыйҙар йортонан берәй ҡыҙ балаға әсәйле булыу бәхете бүләк итмәнем икән, тип күҙ йәштәренә төйөлә ул хәҙер.
Эх, яҙмыш, әсе лә, үкенесле лә була ҡайһы саҡ. Ни тиклем генә үкенесле булмаһын, ваҡытты кирегә әйләндереп булмай шул...”
(Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатындың яҙмышы).
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: