Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2020, 13:25

Ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла хеҙмәт

Туймазы районы башҡорттарының тарихын өйрәнеүгә арналған ғилми-методик әсбаптар һәм материалдарҙың исем туйы үтте.https://vk.com/doc-185046492_579141168?hash=c3e2b88a1d2e828e51&dl=c1ebea64aa250a0c1e

Ғалимдар, йәмәғәтселәр Туймазы районы башҡорттары тарихын өйрәнеүгә арналған ғилми-методик әсбаптар һәм материалдарҙың онлайн исем туйын үткәрҙе. Унда 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Сара Башҡортостан райондарында тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтенә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо.
Тыуған яҡты һәм шәжәрәләрҙе өйрәнеүсе, Туймазы районы башҡорттары буйынса документтарҙы төҙөүсе Альберт Исмаил брошюраның уңышлы яҡтарын һанап сыҡты.
"Был циклдағы материалдар аңлайышлы, ябай итеп бирелә, улар тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн ҙур ярҙам. Тупланған мәғлүмәт ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн төплөрәк сығанаҡтар бирә һәм өйрәнеү эшен еңеләйтә, – тине ул. – Брошюрала шәжәрә төҙөү алгоритмы ла бар. Тәү сиратта беҙ үҙебеҙҙең тамырҙарҙы атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ, өлкән туғандарыбыҙ аша беләбеҙ. Артабан мәғлүмәт район һәм республика архивтарынан йыйыла. Брошюрала быны нисек эшләү алгоритмы эҙмә-эҙлекле бирелгән".
Тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәфил Асылғужин Туймазы районы буйынса эшләүҙең ҡыҙыҡлы яҡтарын билдәләне.
"Туймазы районы тикшереү өсөн ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы булды. Бындағы бөтә ауылдар ҡушма составлы – йылан ауылдарына тамъян, ҡыпсаҡ һәм башҡа ырыу башҡорттары, бүтән милләт вәкилдәре килеп ҡушылған. Районда әйле ауылдары ла бар, улар ҙа этник яҡтан ҡушма, – тине ул. – Брошюрала матди мәҙәниәт, төбәк башҡорттары диалекты урын алған. Бындағы мәғлүмәт тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең, уҡытыусыларҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтә".
“Шәжәрә” берекмәһе етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин үҙ командаһының Туймазы районы буйынса әҙерләгән документтар йыйылмаһын тәҡдим итте. Тарихи үҙенсәлектәр тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе.
Тарихсы Юлдаш Йосопов шулай уҡ был йәһәттән фекерҙәре менән уртаҡлашты.
"Туймазы районы татарҙары (һәм, ғөмүмән, төньяҡ-көнбайыш Башҡортостан кешеләре) – көсләп суҡындырыуҙан ҡасҡан ҡазан татарҙары тигән миф бар. Ысынбарлыҡта Туймазы районы ауылдары 16-сы быуат ваҡиғаларына бәйле түгел. Башҡортостандың бөгөнгө татарҙары - башлыса мишәрҙәр. Был бик күп документтар менән раҫлана", – тине ул.
Шулай уҡ исем туйында башҡорт ырыуҙары картаһы менән эшләү ысулдарын күрһәттеләр. Бынан тыш, тыуған яғы тарихы һәм үҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Без - башҡортлар” төркөмөндә барлыҡ мәғлүмәт бар.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: