Яңы йылды ҡаршы алырға әҙерләнгән осорҙа уҙғарылыуы ла халыҡ өсөн бик уңайлы. Бында фермерҙар, ауыл хужалығы предприятиелары, эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡтар һәм башҡалар ҡатнашты, улар яңы йыл өҫтәле өсөн сифатлы аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар тәҡдим ителде. Матур сара район мәҙәниәте артистарының сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.