Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, 2020 йылдың 31 декабре республикала ял көнө тип иғлан ителде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советы ултырышы ваҡытында «Берҙәм Рәсәй» партияһының 31 декабрҙе ял көнө итеү башланғысын хупланы.
Бойороҡҡа ярашлы, Башҡортостандың дәүләт вазифаларында һәм дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаларында эшләгән хеҙмәткәрҙәр 26 декабрҙә эшкә йәлеп ителә, ә 31 декабрҙә ял була.
Республиканың дәүләт органдары етәкселәре үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә һәм ведомство ҡарамағындағы ойошмаларға ҡарата ошондай ҡарар ҡабул итергә тейеш.
Башҡортостандың муниципалитет башлыҡтарына һәм бөтә эш биреүселәренә шундай ҡарар ҡабул итергә кәңәш бирелә.
Байрам көндәрендә авария һәм ашығыс хеҙмәттәр штат режимында эшләй.