Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Декабрь 2020, 15:39

Балаларға – Яңы йыл бүләктәре

Йәмәғәт ойошмалары коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында, йәғни “ҡыҙыл зонала” эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына Яңы йыл бүләктәре әҙерләй.

Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында, йәғни “ҡыҙыл зонала” эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына Яңы йыл бүләктәре әҙерләй. Барлығы дүрт меңдән ашыу бүләк йыйылмаһы тапшырыу күҙаллана.
Проекттың ойоштороусылары булып республиканың профсоюз ойошмалары, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, “Ирекмән-медиктар” йәмәғәтселек хәрәкәте, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар сығыш яһаны.
Бүләк йыйылмалары алдан әҙерләнгән исемлектәргә ярашлы медицина учреждениеларының етәкселәренә тапшырыла, артабан урындарҙа уларҙы хеҙмәткәрҙәргә тапшырыу эше ойошторола. Проект 24 декабрҙә старт ала.
Фото: barontour.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: