Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланыуға 100 көн самаһы ҡалып килә. 2021 йылдың апрелендә күп йорттарға иҫәп алыусылар киләсәк. Уларҙы нисек танырға?
Алыҫтан күренеп торған айырма: халыҡ иҫәбен алыу логотибы һәм утты сағылдырған элементтары булған рәсми бишмәт, шарф һәм “Росстат” яҙыулы сумка.
Иҫәп алыусының исем-шәрифтәре яҙылған, голограммаһы һәм “Росстат” етәксеһе ҡултамғаһы ҡуйылған танытма.
Иҫәп алыусынының һанлы бланктарҙы тултырыу өсөн үҙе менән планшет-компьютеры.
Иҫәп алыусы өйгә битлектә һәм бирсәткәлә инәсәк.
Уларҙы кешеләр алдан танып торһон өсөн һүрәтләүсе видеояҙма ла әҙерләнгән.