Йәмил Баймырҙин (Ябай малай) репертуарындағы “Буран” йырын үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп, илап башҡарған үҫмер егеттең интернетта, ватсап селтәрендә таралған видеоһы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. “Кем икән был бала? Ҡайһы яҡтан?” тип һорашып яҙыусылар ҙа, “Илай-илай тыңланым”, “Йөрәкте өҙҙө генә был шәп егет!” тип комментарий ҡалдырыусылар ҙа күп булды.
Йырҙы башҡарған үҫмер Заһир Шәйәхмәтовҡа 12 йәш, ул Учалы районының Ураҙ мәктәп-лицейында 6-сы класта уҡып йөрөй.
“Мин ныҡ йырларға яратам. Әсәйемдең һөйләүе буйынса 3–4 айлыҡ ҡына сағымда уҡ, мәрхүм атайым гармун уйнаған ваҡытта, әсәйемдең устарында бейеп, көйләп, йырлап торғанмын. Мин һүҙҙәре мәғәнәле, тормошсан йырҙарҙы яратам. Мине йырларға өйрәткән уҡытыусым Лилиә Нияз ҡыҙы Моратшинаға рәхмәтлемен. Карантин ваҡытында үҙаллы гитарала уйнарға өйрәндем. Хәҙерге ваҡытта Ураҙ музыка мәктәбендә Жеүәйрә Наил ҡыҙында дәрестәр алам”, - тип һөйләгән интервьюһында Заһир.
Заһирҙың әсәһе Нәркизә Ғабдрахман ҡыҙы – китапханасы. “Был йырҙы әсәйем дә илап тыңлай”, - ти үҫмер. Әйткәндәй, уның әсәһе лә мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Ул ойошторған концерттарҙа Заһир ҙа бик теләп ҡатнаша.
- "Буран" йырын Башҡортостандан һәм Татарстандан йөҙләгән кеше йырлағандыр. Бөтәһен дә ҡараным. Заһир Шәйәхмәтовтың башҡарыуы бигерәк тә күңелемә үтеп инде, сөнки ысын күңелдән матур итеп йырлай, илап ебәреүе әсир итте. Әҙерәк кенә ноталарға эләгеп етмәһә лә, алтынсыла ғына уҡый бит, оҫтарыр. Уға уңыштар теләйем. Йырымды яратып йырлауҙары өсөн барыһына ла рәхмәт әйткем килә, – тип йырсы Йәмил Баймырҙин да Заһирҙың сығышына матур баһа бирҙе.
Йырҙарҙы бөтә күңеле менән тойоп башҡарған, йөрәге моң менән тулы үҫмергә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Заһир Шәйәхмәтовтың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән.