Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2020, 12:21

Йәшерен Ҡыш бабай булғың киләме?

Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла алаһың. Шарттары - яҙмала.

Башҡортостан кешеләрен “Серле Ҡыш бабай” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡыралар. Сараның төп маҡсаты – Яңы йылды байрам итеүҙә бөтә ил халҡын берләштереү.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү тайныйдедмороз.рф. сайтында алып барыла. Һәр “Серле Ҡыш бабай” осраҡлы тәртиптә аныҡ бер кеше тураһында мәғлүмәт аласаҡ, һөҙөмтәлә уны Яңы йыл менән ҡотларға тейеш.
Бүләктәр менән алмашыныу ҡатнашыусыларҙың теләге буйынса онлайн йәки офлайн форматта үтәсәк. Сайтта ҡотлауҙы аласаҡ кешенең йәшәгән урынын һайларға мөмкин. Ә бүләк һайлауҙа ярҙамға ҡатнашыусылар анкетаһында билдәләнәгән “Ҡыҙыҡһыныуҙары” пункты ярҙам итәсәк.
Ҡатнашыусының бүләк менән фотоһы акцияның сайтында килеп сыҡһын өсөн, уны социаль селтәрҙәрҙә #ПодариНовогоднееЧудо #Вместев2021 #ТайныйДедМороз #ТайныйДедушкаМороз хештегтары менән һалырға кәрәк.
“Серле Ҡыш бабай” #МЫВМЕСТЕ ирекмәндәренең “Һәр йортҡа Яңы йыл” акцияһына ярашлы үткәрелә. Ҡотлауҙар марафоны 2021 йылдың 10 ғинуарында тамамланасаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: