Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2020, 21:57

Өфөлә тотош ғаилә коронавирустан вафат булған

/

Өфөлә бер ғаиләнән өс кеше бер-бер артлы коронавирустан донъя ҡуйған. Был хаҡта «Димдәр» интернет-берләшмәһе хәбәр итте.
7 ноябрҙә 47-се поликлиниканың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы Гөлнара Зәрәфетдинова вафат булған.
«Ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты, үҙ эшен ныҡ яратып, бар күңелен һалып башҡарҙы. Яратҡан әсәй, өләсәй, ҡыҙ, апай, ҡатын һәм һәйбәт дуҫ. COVID-19 уны аяманы, ә уның бик йәшәгеһе килде», — тип яҙалар төркөмдә.
Өлкән ҡыҙын юғалтҡас, биш көндән һуң, шулай уҡ инфекциянан һуң өҙлөгөп, Гөлнараның 78 йәшлек атаһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе Тәлғәт Зәрәфетдинов баҡыйлыҡҡа күскән.
Ике аҙна үткәс, 25 ноябрҙә Гөлнараның ире Виктор Товстюк донъя ҡуйған, улар икеһе лә дауаханала ятҡан. Уға 68 йәш булған. Хәбәр ителеүенсә, улар яңыраҡ, 3 октябрҙә, 20 йылға яҡын бергә йәшәгәндән һуң никахҡа ингән.
https://www.bashinform.ru/bash/1536609/
Читайте нас: