Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2020, 22:04

"Батыр" егеттәр тотолдо

/

Өфө полицияһы бер төн эсендә туҡталҡаны ҡыйратып, магазин талап йөрөгән 17 һәм 18 йәшлек ике егетте тотҡан.
Хоҡуҡ һаҡсылары социаль селтәрҙә ике егеттең "Спорт" туҡталышындағы павильондың быялаһын тибеп ярып китеүҙәре тураһындағы видеояҙманы күреп, ҡыҙыҡһына башлай. Шул уҡ төндә уларға Энтузиастар урамындағы магазинды талауҙары тураһында ла хәбәр килә: кемдәрҙер һатыу нөктәһенең быяла ишеген ватып инеп, коньяк, тәмәке, һыра урлап сыҡҡан. Был ике енәйәтте бер үк кешеләр башҡарғанлығы асыҡлана һәм шик аҫтына алынған икәү - 17 һәм 18 йәшлек егеттәр - тотола. Билдәле, был яманлыҡтар иҫерек килеш ҡылынған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, тәртип боҙоусылар бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Хәҙер улар магазин талағаны һәм туҡталышты емергәне өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Batir-egett-r-totoldo-599812/
Читайте нас в