Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2020, 20:54

Президент беҙҙең ирекмәндең тәҡдимен хупланы

Яков Кугубаев республика ирекмәндәренең пандемия башынан алып табиптарға ярҙам итеүе тураһында һөйләне.

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған Социаль онлайн-форумда ҡатнашты. Видеоконференция тәртибендә үткән сарала ҡатнашыусылар менән ил Президенты Владимир Путин осрашты.
Форумда партияның барлыҡ төбәктәрендә булдырылған ирекмән үҙәктәре әүҙемселәре халыҡҡа, медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүҙең иң яҡшы практикалары тураһында һөйләне, үҙҙәренең булышлығын һөҙөмтәлерәк итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
"Илебеҙҙең иң ҙур партияһының ошо айҙарҙағы эшмәкәрлеге, кешеләр янында булыуы – уларға лайыҡлы баһа биреүгә нигеҙ, – тине Владимир Путин. – Бындай кешеләр дөйөм ил өсөн дә, партия өсөн дә бик мөһим. "Берҙәм Рәсәй"ҙең уңышлы киләсәге тап шуға бәйле".
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге әүҙемсеһе Яков Кугубаев онлайн-форумда сығыш яһаны һәм үҙ тәҡдимен әйтте. Уныңса, әле табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә тәҡдим ителгән страховка гарантияларын дауаханаларҙың медицинаға ҡарамаған персоналы өсөн дә таратыу кәрәк.
"Медицинаға ҡарамаған пенсоналға ла страховкалауҙы таратыу ғәҙел булыр ине тип иҫәпләйем. Был белгестәр тормошто тәьмин итеү системаһы, кислород һәм башҡа ҡорамалдарҙың тотороҡло эшләүен тәьмин итә", – тине ирекмән.
"Дискуссиялар ваҡытында беҙ шундай фекергә килдек: “ҡыҙыл зона”лағы ваҡытты иҫәпләү ғәҙел буласаҡ. Хәүеф, көсөргәнештең кимәле төрлө. Һеҙ хаҡлы: медицина учреждениеларын тәьмин итеү буйынса кемдең нисек эшләүенә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк, – тине Владимир Путин. – Мин Хөкүмәткә бындай йөкләмә бирермен. Тәҡдимегеҙ өсөн рәхмәт".
Яков Кугубаев шулай уҡ республика ирекмәндәренең пандемия башынан алып табиптарға ярҙам итеүе тураһында һөйләне.
"Беҙ һыу, сәй йыйылмалары, антисептиктар, шәхси һаҡланыу саралары килтерәбеҙ. Мин Башҡортостан фермерҙарының дүрт тонна йәшелсә һәм емеш-еләген 11 ковид-госпиталдә эшләгән “ҡыҙыл зона” табиптарына алып барып бирҙем. Әле төбәктә 2400 ирекмән эшләй, шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй” депутаттары. Улар журналдар тултырыша, сирләгәндәргә шылтырата, дарыуҙар алып бирешә", – тине ул.
Ил Президенты Башҡортостан ирекмәндәре эшмәкәрлеген баһаланы.
"Медицина учреждениеларының эшмәкәрлеген тәьмин итеү бурысын үтәгән бөтә кешеләргә ҙур рәхмәт. Улар бик мөһим, кәрәкле эш башҡара. Бында ла көсөргәнеш ҙур. Рәхмәт", – тине Владимир Путин.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге эшләй, уның әүҙемселәре халыҡҡа коронавирус пандемияһы осоронда ярҙам итә. Унда кешеләрҙән заявкалар ҡабул итеү өсөн 8-800-201-89-03 телефоны буйынса "ҡыҙыу бәйләнеш" эшләй. 2020 йылдың мартынан алып үҙәккә 100 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Ирекмәндәр шәхси машиналарында мохтаждарға аҙыҡ-түлек һәм дарыу алып бара, шулай уҡ ковид-госпиталдәрҙә эшләгән табиптарға ярҙам итә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: