Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған. Таксист ике ҡыҙ менән ике егетте магазинға алып килгән. Улар араһында бер шешә араҡы өсөн бәхәс сыҡҡан. Егеттәр машинанан төшөп, йәйәү атлаған. Ҡыҙҙар таксистан егеттәрҙе ултыртып алыуын һораған. Низағ тыуған.
Һөҙөмтәлә 18 йәшлек егет таксисҡа бысаҡ менән 12 тапҡыр сәнскән. Ир унан ҡотолоп, рулгә ултырған, хатта ҡыҙҙарҙы өйөнә илтеп ҡуйған. Хәҙер таксист реанимацияла ята.