Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2020, 00:19

Яҡташыбыҙ иң популяр тиктокерҙар исемлегендә

TikTok 2020 йыл йомғаҡтарын иғлан иткән. Иң билдәле 10 автор араһында яҡташыбыҙ, Өфөлә йәшәп ижад иткән Салауат Фидаи ла бар.

TikTok 2020 йыл йомғаҡтарын иғлан иткән. Иң билдәле 10 автор араһында яҡташыбыҙ, Өфөлә йәшәп ижад иткән Салауат Фидаи ла бар.
Салауат Фидаиҙың эштәре бөтә донъяға билдәле. Уның ижады менән ошо һылтанма буйынса танышырға була: @salavat.fidai. Социаль селтәрҙә ике йыл ярым элек сәхифәһен асҡандан һуң, уның сәхифәһендә 11 миллион кеше теркәлә. Автор даими рәүештә ижад барышын видеоға теркәп һала бара.
Салауат Фидаи ябай ҡәләм осонда, йәмғеһе ике миллиметрҙан артмаған графитта төрлө фигарулар яһай: Эйфель башняһы, Путин менән Трамп бюстары, популяр сериал геройҙары һәм башҡалар. Авторҙың видеоларын миллионлаған кеше ҡарай. Уның эштәре АҠШ, Бөйөк Британия, Польша, Румыния, Австралия, Сингапур һәм башҡа илдәрҙәге күргәҙмәләрҙә ҡуйыла.
Билдәлелек яулаған яҡташыбыҙ Өфөнән бер ергә лә күсеп китергә йыйынмай. Ғаиләһе менән ярты йыл самаһы АҠШ-та йәшәп алғандар һәм кире ҡайтҡандар. “Миңә йыш ҡына Мәскәү йә Санкт-Петербургҡа күсергә тәҡдим итәләр, тик мин баш тартам. Кәрәк икән, теләгән ергә барып килергә була”, - ти ул.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: