Сибай ҡалаһында йәшәүсе 51 йәшлек граждан интернет-аукцион аша 4 меңгә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һатып алған. Награданы Рәсәй почтаһы аша алып торған мәлдә уны Федераль именлек хеҙмәте ҡулға алған. Сибай прокуратураһы уға ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының 324-се статьяһы буйынса асылған енәйәт эшен (законһыҙ рәүештә СССР дәүләт наградаһын үҙләштереү) законлы тип тапты.
Тикшереү эше ҡала прокуратураһы ҡарамағында.
Ирина Чегодаева, прокурор ярҙамсыһы.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/kho-u/INDE-GEN-ORDENLI-BULDIM-TIG-ND-594108/