Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2020, 18:05

Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын күргәҙмәгә саҡыралар

Архив документтары нигеҙендә теләге булған һәр кем тыуған яғының тарихын өйрәнә, үҙенең шәжәрәһен төҙөй ала.

Өфөнөң “Каруанһарай” сауҙа үҙәгендә “Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу тарихынан” күсмә күргәҙмәһе эшләгәйне. Уны Архив эштәре идаралығы һәм республиканың Милли архивы ойошторҙо. Үҙенсәлекле проект күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ошо архив документтары нигеҙендә теләге булған һәр кем тыуған яғының тарихын өйрәнә, үҙенең шәжәрәһен төҙөй ала.
16 декабрҙә күргәҙмә “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгенә күсте. Был майҙансыҡта баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары рәүиз мәғлүмәттәре, метрика китаптары күсермәләре һәм архив фондында һаҡланған Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән танышыу мөмкинлегенә эйә.
Йылдың һуңғы көнөндә тарих күргәҙмәһе “Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә эшләй. Ә 2021 йылдың ғинуар уртаһында марафон “Планета” үҙәгенә күсә. Артабан күсмә күргәҙмә маршруты Өфөләге юғары уҡыу йорттарынан үтә.
Фото: russia24.pro
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: