Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Ольга Николаева "НТВ" каналындағы "ДНК" тапшырыуында ҡатнаша. Ҡатын унда бөтә илгә 19 йәшлек улының үҙенең балаһы булғанлығына икеләнгәнен белдерә.
Быға этәргес булған ваҡиғалар былай башлана: Никита өлкән ағаһы һәм ата-әсәһе кеүек донор булырға теләй. Тик ҡан тапшырғас, уның бөтөнләй икенсе төркөмгә ҡарауын белә.
Әсәһе уны тапҡанда иҫен юғалта, ә бала үлемесле хәлдә була. Ҡатын үҙенең балаһы үлгән һәм уның урынына ташлап киткән баланы биргәндәр тип уйлай.
Программа сиктәрендә ДНК-тест эшләнә. Асыҡланыуынса, Никита ҡатындың үҙ балаһы булып сыға.