Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2020, 23:36

Район башлығы улын армияға оҙатты

*

Көҙгө саҡырылыш кампанияһы дауам итә. Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич әйтеүенсә, үҫмерҙәрҙең илебеҙҙе һаҡларға теләктәре көслө, яҡташтарыбыҙҙың күбеһе өсөн һалдат ҡайышын тағыу – ғорурлыҡ.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин улын әрме хеҙмәтенә оҙатты.
"Ҡәҙерле улым, бына һинең тормошоңда яуаплы осор яҡынлашты, – тип яҙған Әнис Ҡасим улы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә. – Һин армияға алындың. Һинең ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итеүеңде, алдыңа ҡуйған бөтә маҡсаттарыңа ла ирешеүеңде теләйем. Үҙең теләп армияға бараһың һәм ил алдындағы бурысыңды үтәйһең".
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: