Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2020, 22:45

Әбйәлил районындағы Ҡарттар йортонда йәшәүселәр үҙҙәрен ҡараған өсөн күпме аҡса түләгәне билдәле булды

*

15 декабрҙә төндә Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан Ҡарттар йортонда ҡос осҡос фажиғә теркәлде – 11 оло йәштәге кеше тереләй янып үлде. Тәфтишселәр янғын осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан, учреждениеның директорын ҡулға алған.
«Башинформ» агентлығына урында йәшәүсе һөйләүенсә, Ҡарттар йортоноң хужабикәһе – «һәйбәт ҡатын, балалар йортонан өс бала алды, өлкәндәргә лә ярҙам ҡулы һуҙырға булды, бының менән әллә ни күп аҡса эшләмәне». Мәғлүмәтле сығанаҡ агентлыҡҡа Ҡарттар йорто етәксеһенең яҡынса килеме тураһында хәбәр итте.
«Ололар пенсияһынан 75 процент түләне. Ниндәйҙер билдәле һан юҡ: барыһының да пенсияһы төрлөсә, шуға күрә сумма ла төрлөсә ине. Әгәр пенсия 15 мең һум булһа, үҙен ҡараған өсөн 10 меңдән саҡ ҡына күберәк бирҙе, — тине «Башинформ» әңгәмәсеһе. – Асылда, директор алама кеше түгел. Ошо аҡсаға нисек байырға мөмкин. Фекерҙәргә ҡарағанда, ҡарттар ҡәнәғәт булған».
Уҙған төндә Ҡарттар йортонда сыҡҡан янғын тураһында бөтә мәғлүмәт бында.
Читайте нас: