Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2020, 22:13

"БАЛАМДЫ БАЛАЛАР ЙОРТОНДА АЛМАШТЫРҒАНДАР..."

/

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Ольга Николаева "НТВ" каналындағы "ДНК" тапшырыуында ҡатнаша.
Ҡатын унда бөтә илгә 19 йәшлек улының үҙенең балаһы булғанлығына икеләнгәнен белдерә.
Быға этәргес булған ваҡиғалар былай башлана: Никита өлкән ағаһы һәм ата-әсәһе кеүек донор булырға теләй. Тик ҡан тапшырғас, уның бөтөнләй икенсе төркөмгә ҡарауын белә.
Әсәһе уны тапҡанда иҫен юғалта, ә бала үлемесле хәлдә була. Ҡатын үҙенең балаһы үлгән һәм уның урынына ташлап киткән баланы биргәндәр тип уйлай.
Программа сиктәрендә ДНК-тест эшләнә. Асыҡланыуынса, Никита ҡатындың үҙ балаһы булып сыға.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Balamdi-balalar-yortonda-almashtir-andar-593411/
Читайте нас: