Көҙ көнө юл ыңғайына ултыртып алған пассажирын туҡмап, бар аҡсаһын тартып алып киткән водителде, ниһайәт, тотҡандар. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Бер нисә ай элек Әлшәйҙә йәшәгән 49 йәшлек ҡатын Раевканан Стәрлетамаҡҡа барырға юл ыңғай машина белешә. "ВАЗ-2115" водителе ҡалаға етеп килгәндә, бер ни өндәшмәҫтән, юлдан ситкә боролоп, ағас араһында туҡтай һәм пассажирын туҡмай. Бынан һуң ул ҡатындың ете мең аҡсаһын һәм сымһыҙ телефонын талап алып ҡаса.