Социаль селтәрҙә хат килеп төштө: күптән, бик күптән иҫтән сыҡҡан тарихты хәтерләтте ул. Дөрөҫөн әйткәндә, осраҡлы юлсы булған ҡатынды онотоп та бөткәнмен. Әммә хатты уҡый башлағас, байтаҡ ваҡыт арауығында ҡалған ваҡиғалар бер рәткә теҙелде.
...Эш араһында баланы тиҙ генә барып алырға кәрәк булғас, тәүге тура килгән такси менән аҙна уртаһында ауылға юлланғайным. Иртәнге сәғәттә кеше юҡ – мин дә, бәләкәс бала менән Әлмира исемле йәш ҡатын. Ара алыҫ, һөйләшеп киттек.
“Атайым менән әсәйем үтә талапсан булды, бөтә нәмәне тыйып үҫтерҙеләр, ҡаты тәртип талап иттеләр. Йәштәштәрем менән урамда йөрөп инергә лә ярамай ине. Ә насарыраҡ билдә алһаң – бөттө баш: ҡәнәғәтһеҙлек, битәр генә ишеттем. Ғөмүмән, мин фәҡәт “бишле”гә генә уҡырға тейеш булдым. Шуға күрә, ауыр һүҙ ишетмәҫ өсөн, баш баҫып өйҙә ултырҙым, уҡыным һәм ...тиҙерәк юғары уҡыу йортона инеп, тыуған йорттан сығып китергә хыялландым.
Тәүге йылда ата-әсәйҙең һүҙенән сығырға ҡурҡып, йәштәштәр менән бик аралашманым, ҡыҙыҡлы сараларҙан бигерәк университет китапханаһында күберәк булғанмындыр. Әммә студент тормошо үҙенекен итә: дуҫ-иш тә табылды, күңел асырға ла өйрәндем. Тик был ғәмәлдә мин “норма” тигән нәмәне белмәй инем шул. Тормоздан ысҡындыммы ни! Ундай ҙа шәп тормош була икән, тип кәйеф-сафа ҡорған компанияларҙың уртаһында ҡайнаным, бығаса тәмләп тә ҡарамаған алкоголгә үрелдем, тәмәке тартырға ла өйрәндем.
Әсәйем сантиметрын да киҫергә ҡушмаған толомдарҙы тунап ташланым. Уҡыу артҡы планға күсте. Һөҙөмтәлә сираттағы сессияны бирә алманым. Икенсе уҡыу йортонда белем алып йөрөгән егетем дә уҡыуына ҡул һелтәне, етмәһә, уны хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Тап шул осорҙа мин ауырлы икәнемде белеп ҡалдым...
Мине итәғәтле, ипле, тәртипле итеп күрергә хыялланған атайым менән әсәйемә ҡайтып күренеү түгел, шылтыратырға ла ҡурҡтым. Егетем, хәлде белгәс, ҡойроғон һыртҡа һалды: “Армияға китәм, ауылдағы ҡарт әсәйем һиңә ярҙам итә алмаясаҡ, торлағым да, аҡсам да, эшем дә юҡ, үҙең хәл ит проблемаларыңды”, – тине.
Шулай ҙа уҡыуымды дауам итергә көс таптым үҙемдә. Беренсенән, ятағым бар, икенсенән, тота килеп, “мин ауырлы” тип тыуған өйгә ҡайтып инеп булмаҫын аңлайым. Көндән-көн йоморораҡ була барам, ауырлы икәнлегем күренә башланы.
Бер көн шулай ятаҡ ишегемде ҡаҡтылар. Уны-быны уйламайынса асып ебәрһәм, әсәйем баҫып тора. Күрәһең, ауылға оҙаҡ ҡайтмағас, килергә булған. Хәлемде күргәс, ул стена буйлап шыуып төштө. Һөйләшерлек тә рәте ҡалмағайны. Һәр саҡ ҡаты һәм талапсан әсәйемдең әрнеп илағанын күрҙем шунда. “Ҡайҙа хата ебәрҙем мин? Ғүмер буйы тәртипле бул, тип тылҡыған балам битемә оят килтерҙе! Кешегә нисек ҡайтып күренергә? Тереләй һуйҙың беҙҙе!” – тип һамаҡланы ул.
Әсәйем, тыуған йортҡа аяғыңды ла баҫмайһың, был ҡиәфәттә бер кемгә лә күренеп йөрөмәйһең, тип ҡайтып китте. Аҡса менән ярҙам итеүен иттеләр. Бала тыуғас, ҡуртымға бер бүлмә табып, шунда күстем. Ҡыҙымды балалар табыу йортонан курсташтар, дуҫтар ҡаршы алды. Атайым менән әсәйем шылтыратып хәл белде, әммә килеп ураманы.
Мин уларҙың өмөттәрен аҡламаным, аңлайым. Әммә шул осорҙа бер генә йылы һүҙгә, иғтибарға, хәлемде аңларға тырышыуға мохтаж инем. Ә яҡындарым, ғәҙәттәгесә, кеше һүҙенән ҡурҡты, хатта ейәнсәрҙәре лә күңелдәрен иретмәне...
Әле бына әйберҙәрҙе йыйҙым да тыуған яҡҡа ҡайтып барам әле. Башҡа барыр ерем юҡ, арыным, яңғыҙлыҡтан йонсоном. Бәләкәй бала менән эшкә лә сығып булмай. Әсәйем менән атайым ҡайтырымды белмәйҙәр, был баланы ла күргәндәре юҡ. Килеп инһәк, ҡыуып сығармаҫтар әле, тигән өмөт менән ҡайтып барам. Бәлки, ошо бала күңелдәрен иретер?”
Бына ошондай бик тә аяныслы хәлгә тарыған йәш ҡатын булып сыҡты юлдашым. Уның менән байтаҡ әңгәмәләшеп өлгөрҙөк. “Әсәйең менән атайың алдында ғәфү үтен, хаталарыңды таны. Томошоңдоң артабан ниндәй булаһы фәҡәт үҙеңдән тора. Ат та тигеҙ юлда абына. Ошо сабый хаҡына ярҙам һора, өмөттәрегеҙҙе аҡларға тырышырмын, тип әйт. Бала нисә йәшендә лә ата менән әсәнән тыш бер кемгә лә кәрәк түгел. Ныҡ булырға тырыш, бирешмә. Сабырлыҡ теләйем”, – тип оҙатып ҡалғайным уны. Яҡындарың индермәгән осраҡта, шылтыратырһың, ярҙам итергә тырышырмын, тип тә тынысландырғайным.
Донъя мәшәҡәттәре менән был хәл дә артта ҡалды, Әлмира шылтыратманы. Социаль селтәрҙә генә хәбәр итте: “Бөтәһе лә яҡшы, мин ауылда, яҡындарым янында. Атайым менән әсәйемә ейәнсәрҙәре дауа булды, күңелдәре бер аҙ йомшарҙы һымаҡ”, – тип кенә яҙҙы.
Бына ошо хәлдәргә байтаҡ ваҡыт үтеп киткән икән. Һәм бына тағы ла Әлмиранан хат килеп төштө. Уның йөкмәткеһен ҡыҫҡаса ғына биргәндә, яҙмала түбәндәге юлдар бар ине:
“Апай, кәңәштәрегеҙҙе онотманым, сабыр булырға тырышам, балам өсөн йәшәйем. “Эйелгән башты ҡылыс киҫмәй”, тип дөрөҫ әйткәнһегеҙ. Атайым һәм әсәйем менән уртаҡ тел таптыҡ, теге саҡта улар ярҙам итмәһә, нимә булыр ине, белмәйем. Ҡыҙым үҫеп килә, уны олатаһы менән өләсәһе бик ныҡ ярата. Ауылда бәхетемде таптым – кейәүгә сыҡтым. Вахта ысулы менән эшләй, яҡшы кеше. Бәпәй көтәбеҙ”, – тип яҙған ине Әлмира.
Кеше тормошон ситтән күҙәтеү генә рәхәт. Шуға кемделер ниндәйҙер ҡылыҡтарҙа ғәйепләү, хаталарын тикшереү, битәрләү – килешмәгән эш. Һәр кем маңлайына яҙғанды күрә, Әлмира ише хаталарҙы төҙөтә белеү ҙә зарур бит әле. Уның ғүмер йомғағы артабан тигеҙ генә тәгәрәр тигән өмөттә ҡалайыҡ...
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tiu-an-yort-a-aya-ba-a-i-bulma-tinel-r-589899/