Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2020, 22:22

Республикала дүрт меңдән ашыу пар коронавирус арҡаһында никахлашыуҙы күсерергә хәл иткән

*

Башҡортостанда дүрт меңдән ашыу пар коронавирус арҡаһында никахлашыуҙы күсерергә хәл иткән.
Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдың 1 мартынан 31 октябренә тиклем 4 127 пар никах теркәү көнөн күсергән. Бының төп сәбәбе – COVID-19-ға буйынса эпидемик хәл һәм шуға бәйле индерелгән сикләү саралары.
Республикала март-октябрь айҙарында бөтәһе 13 889 никах теркәлгән. Бөтә тантаналарҙа ла сикләү саралары үтәлгән, тип билдәләнеләр ведомствола.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле республикала март айында күсмә никах теркәү туҡтатылды. Апрелдә изоляция шарттарында ЗАГС-ҡа кейәү менән кәләш кенә килде. Ата-әсә, дуҫтар, операторҙар һәм фотографтар залға индерелмәне. Йәйгеһен йәштәрҙең ата-әсәһенә никахлашыу тантанаһында ҡатнашырға рөхсәт ителде.
Читайте нас в