Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2020, 12:12

ПЕНСИОНЕРҘАРҘЫ ДҮРТ МӨҺИМ ЯҢЫЛЫҠ КӨТӘ

/

Уҙған аҙнала Федерация Советында хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй пенсионерҙарын 2021 йылда дүрт мөһим яңылыҡ көтә.
Беренсенән, эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияларын индекслау 6,3 процент тәшкил итәсәк, уртаса улар 17 444 һум аласаҡ. Ә яҙғыһын рәсәйҙәрҙе социаль пенсияларҙың 2,6 процентҡа артыуы көтә.
Икенсенән, пенсия реформаһы сиктәрендә пенсияға сығыу йәше арта. Яңы сроктан ярты йылға иртәрәк 1965 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1960 йылғы ир-аттар сыға ала.
Өсөнсөнән, Рәсәйҙә эшләүсе пенсионерҙар тулыһынса электрон хеҙмәт кенәгәләренә күсәсәк.

Дүртенсенән, беҙгә тупланмалар системаһын көйләүҙе вәғәҙә итәләр. Бер йыл элек Финанс министрлығы һәм Үҙәк банк тарафынан яңы концепция - гарантияланған пенсия планы тәҡдим ителде. Ул ай һайын хеҙмәт хаҡынан 6 процентҡа ҡәҙәр аҡсаны үҙаллы йыйып барыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: мк.ру
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Pensioner-ar-i-d-rt-m-im-ya-ili-k-t-588886/
Читайте нас: