Башҡорт теле йылын тамамлау уңайынан Өфөлә туған телдә яҙылған баннерҙар ҡуйылды. Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды рәйесе Гөлназ Йосопова билдәләүенсә, яҙылған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатыу өсөн улар махсус рәүештә ике телдә бирелгән.
Унда ябай сәләмләүҙәрҙән алып арҙаҡлы шәхестәрҙең ҡанатлы һүҙҙәре, шиғырҙарына тиклем урын алған. Мәҫәлән, "Хәйерле көн!","Сәләм, дуҫ" һәм башҡа сәләмләүҙәр башҡорт телен өйрәнергә теләгән кешеләрҙең һүҙ байлығын арттырасаҡ.
Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды барлығы 51 урында ошондай баннерҙар урынлаштырҙы.